Баш бит
|
| |||||||||||||
|
Көн рәсемеЭ́рих Эрнст Па́уль Хо́неккер (1912 йыл, 25 август, Нойнкирхен — 1994 йыл, 29 май, Сантьяго-де-Чили) — һул яҡ Германия дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре . 18 йыл буйы Германия Демократик Республикаһының иң юғары дәүләт һәм партия вазифаларында эшләй. 1971 йылдың 3 майынан 1989 йылдың 18 октябренә тиклем Германия социалистик берҙәм партияһы Үҙәк комитетының ( СЕПГ) беренсе (һуңыраҡ Генераль) секретары. Ике тапҡыр ГДР Геройы (1982, 1987), ГДР-ҙың Хеҙмәт Геройы (1962), Советтар Союзы Геройы (1982). Икенсе донъя һуғышына тиклем Эрих Хонеккер Германия коммунистар партияһының яуаплы хеҙмәткәре була һәм национал-социалистар суды тарафынан ун йылға иркенән мәхрүм ителә . Хонеккер Азат немец йәштәре союзына (FDJ) нигеҙ һала һәм 1946—1955 йылдарҙа был ойошманың рәйесе була.Ул- Германия социалистик берҙәм партияһының хәүфһеҙлек буйынса секретары вазифаһында Берлин стенаһын төҙөүҙе ойоштороусыларҙың береһе һәм был стенаны- Германияның ике өлөшкә бүлеп торған сикте законһыҙ аша сығыусыларға ҡаршы ҡорал ҡулланған өсөн яуаплылыҡ уның иңенә төшә. Бик оҙаҡ ваҡыт Германия социалистик берҙәм партия Үҙәк Комитетының Генераль секретары , ГДР Дәүләт Советы рәйесе һәм ГДР оборонаһының милли советы рәйесе вазифаларында эшләй. Эрих Хонеккерҙың эшмәкәрлегендә иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе — ГДР-ҙың халыҡ-ара кимәлдә танылыуы һәм 1973 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына ағза итеп алыныуы. 1980 йылдар аҙағында иҡтисади хәл һәм Советтар Союзы етәкселеге менән мөнәсәбәттәр насарая, ГДР-ҙағы эске сәйәси хәл ҡырҡыулаша башлай . Хонеккер Михаил Горбачёвтың СССР-ҙа һәм башҡа Варшава Килешеүе Ойошмаһына ингән илдәрҙә үткәргән « үҙгәртеп ҡороу» сәйәсәте менән ризалашмай. 1987 йылдың сентябрь айында Хонеккер Германия Федератив Республикаһында эшлекле сәфәрҙә була, уны шул саҡтағы ГФР-ҙың баш ҡалаһы Боннда федераль канцлер Гельмут Коль рәсми шарттарҙа
Шуларҙы беләһегеҙме?
Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Йәнбәков Рәмил Әхмәт улы. Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары. Сифатлы мәҡәләләр (17) | Исемлектәр һәм порталдар (1, 1) | Үҙгәртеү |
Көньяҡ ҡотоп, Көньяҡ полюс — Ер шарының әйләнеү күсәре Көньяҡ ярымшар яғында ер йөҙөн киҫеп үткән урын. Антарктидалағы Поляр яҫы тау эсендә бейеклектә урынлашҡан. Көньяҡ ҡотоп тирәһендә боҙ ҡалынлығы — 2840 метр. Һауаның уртаса температураһы −48,9 °C (иң юғары −12,3 °C, иң түбән −82,8 °C). 1911 йылдың декабрь айында Көньяҡ Ҡотопҡа Руаль Амундсен етәкселегндәге норвег экспедицияһы барып етә. Был төркөмдә шулай уҡ Олаф Бьоланд, Сверр Хассел, Хельмер Хансен һәм Оскар Вистинг була. 1912 йылдың ғинуар айында — Роберт Скотт етәкселегендәге инглиз экспедицияһы Көньяҡ Ҡотопты яйлай. 1929 йылда американлы Р. Бэрд беренсе булып Көньяҡ Ҡотоп өҫтөнән самолётта осоп үтә. 1958 йылда В. Фукс һәм Э. Хиллари етәкселегендәге британ-Яңы Зеландия экспедицияһы Уэдделл дингеҙенән Росс дингеҙенә Көньяҡ Ҡотоп аша беренсе тапҡыр саңғыла һәм сылбырлы тәгәрмәсле тракторҙа трансарктик юл үтә. Көньяҡ Ҡотопта 1957 йылдан АҠШ-тың Амундсен-Скотт ғилми станцияһы эшләй. Боҙҙар күсеше арҡаһында 2006 йылда станция ҡотоптан 100 метр самаһы ситтә булыуы билдәләнә. Көньяҡ ҡотопта боҙ аҫтында юғары энергиялы нейтрино детекторы IceCube эшләй. Детектор 1450—2450 метр боҙ аҫтында урынлашҡан, 1 кубик километр боҙ Черенков радиаторы урынына файҙаланыла. 1819 йылдың 31 мартында Крузенштерн диңгеҙ министры де Траверсеға поляр һыуҙарҙы өйрәнеү зарурлығы тураһында хат ебәрә. Хатта Крузенштерн ике экспедиция әҙерлергә тәҡдим итә — Төньяҡ һәм Көньяҡ ҡотопҡа. Һәр экспедицияға икешәр судно ебәрергә планлаштыра. 1819—1821 йылдарҙағы Көньяҡ ҡотоп экспедицияһына айырыуса иғтибар бүлә. Нәтижәлә Антарктиданы аса, әммә көньяк материктың һыҙаттары һәм геологияһы XIX быуат аҙағына тиклем билдәһеҙ булап ҡала. |



