Баш бит
|
| |||||||||||||
|
Көн рәсемеТолстой Лев Николаевич (28 август (9 сентябрь) 1828, Ясная Поляна, — 7 (20) ноябрь 1910, Астапов станцияһы, Рязань губернаһы, Рәсәй империяһы), граф — рус әҙәбиәтендә һәм рус фәлсәфәһендә киң билдәле, бар донъяға танылған яҙыусы. Севастополь оборонаһында ҡатнашыусы (1854—1855). Мәғрифәтсе, публицист, дини — фәлсәфәүи фекерләүсе. Ул яңы ағым толстовсылыҡты барлыҡҡа килтереүсе. 1873 йылдан Петербург Фәнни академияһының ағза-корреспонденты, һүҙ сәнғәтендә маҡтаулы академик (1900). Лев Никола́евич Толсто́й 1828 йылдың 9 сентябрендә Рәсәй империяһы Тула губернаһының Ясная Поляна усадьбаһында тыуған, Толстойҙарҙың дворян нәҫеленән, Петр Беренсе көрәштәше П. А. Толстой нигеҙ һалған графтар затынан. Яҙыусының юғары аристократия ҡатламдарында ҡәрҙәшлек бәйләнештәре күп. Ағалы-ҡустылы һәм апалы-һеңлеле ике туғандары араһында — авантюрист һәм бретер Ф. И. Толстой, рәссам Ф. П. Толстой, сибәркәй М. И. Лопухина, билдәле аҡ һөйәк ҡатын А. Ф. Закревская, камер-фрейлина А. А. Толстая. ↪ дауамы…
Шуларҙы беләһегеҙме?
Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Ринат Хәйри. Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары. Сифатлы мәҡәләләр (17) | Исемлектәр һәм порталдар (1, 1) | Үҙгәртеү |
Юҡҡа сығып барыусы төрҙәр — һаны ныҡ кәмеп йәки башҡа сәбәптән үлеп бөтөү ҡурҡынысы янаған биологик төрҙәр. Юҡҡа сыға барыусы төр — таксономик төр, ләкин төр эсендә айырым төркөм дә булырға мөмкин .Мәҫәлән, төрсә(подвид). Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы (ХТҺС) Юҡҡа сығып барыусыларға барлыҡ организмдарҙың 40 % -ы инә тип бара (2006 йылғы мәғлүмәттәр). Элек был турала бер кем дә борсолманы. Тиреһе, ите өсөн күпме кәрәк, шул хәтлем хайуандарҙы үлтерҙе. Халыҡ һанының артыуы, алыш-бирештең үҫеүе айырым төрҙәрҙең юҡҡа сығыуына килтерҙе. Тик XVI быуат уртаһына ҡарай ғына һунар биләмәләренең бушауын күреп, йәнлектәрҙе аулауға сикләмәләр индерә башланылар. Әлбиттә, сикләү икенсе маҡсатты күҙ алдында тота: йәнлектәрҙең һанын тергеҙеү менән һунарҙы дауам итеүҙе. Ә инде төрҙәрҙе ҡырыуҙан, бөтөнләй юҡҡа сығыуҙан ҡурсалаусы тәүге тыйыуҙар XIX быуаттың аҙағында ғына, Европаның үҙендә лә ҡайһы бер төрҙәр юҡҡа сыҡҡас ҡына индерелә башлай. Зубрҙар юҡҡа сыға яҙа, 1627 йылда — тур, 1918 йылда тарпан юҡ була. Күп илдәрҙә айырым төрҙәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән закондар бар. Мәҫәлән, һунар итеүгә, ер ҙләштереүҙә сикләүҙәр йәки ҡурсаулыҡтар булдырыу. Ысынында, хәүеф янаған төрҙәрҙең бик әҙе генә юридик яҡтан яҡлау ала. Күпселеге иһә, йәмәғәтселектең күҙ уңына эләкмәй ҙә, яйлап ҡына юҡҡа сыға барыу өҫтөндә. Һуңғы 150 йыл эсендә күп төрҙәрҙең юҡҡа сығыуы борсоу һала. Төрҙәрҙең юҡҡа сығыу тиҙлеге, Ер тарихының алдағы бөтә дәүерҙәренән 10-100 тапҡырға арттҡан.Әгәр ошо темп һаҡланһа, көсәйһә,алдағы ун йыллыҡта юҡҡа сығыусы төрҙәр миллионлап буласаҡ. Күпселек кешеләр айырым имеҙеүселәрҙе йәки ҡоштарҙы һаҡлау өсөн теләктәшлек белдерһәләр ҙә, иң мөһим экологик проблема булып экосистемаларҙың тотороҡлоғына янаған хәүеф тора. Экосистеманы, мөхитте һаҡламайынса, төрҙәрҙе һаҡлап ҡалып булмай. |



