Баш бит
|
| |||||||||||||
|
Көн рәсемеҠытай-ҡала — Мәскәү ҡалаһының тарихи районы, Китайгородский ҡәлғә диуары эсендә урынлашҡан. 1538 йылда мөйөштә торған һыу манараһы (башняһы) Мәскәү Кремленең Беклемишев һәм Арсенал мөйөшлө манараларына терәтеп һалынған. ХIХ—XX быуаттарҙа емерелгәндән һуң боронғо Ҡытай-ҡаланың ҙур булмаған участкалары ғына һаҡланып ҡалған. Ҡытай—ҡала Ҡыҙыл майҙандан башланып китә, төньяҡтан Охотный Ряд, Театр майҙаны һәм уның үткәүеле менән, көнсығыштан Лубянка һәм Иҫке майҙан менән, көньяҡтан майҙан театр һәм театрға йөрөү юлы менән, көнсығыштан Мәскәү-йылғаһы менән сиктәш. Ҡытай-ҡала территорияһы Тверь өлкәһе составына инә. Әлеге ваҡытта был Мәскәүҙең административ, эш һәм мәҙәни үҙәге. Үҙ эсенә Никольская, Ильинка, Варварка урамдарын һәм шулай уҡ Зарядье райондарын ала. 1991 йылға тиклем был территория Хамовники, Басманный һәм Таганский райондарына ингән. «Площадь Ногина» метро станцияһын «Ҡытай-город»ҡа 1990 йылда үҙгәрткәндән һуң, уға күрше Аҡ ҡаланың (Белый город) кварталдарын яңылыш Ҡытай-ҡала тип атап йөрөтәләр. Был һүҙ шулай уҡ итальян сitta (тулыһынса cittadelle — цитадель, нығытыу) йәки төрки һүҙе ҡатай — ҡала, ҡәлғә, инглиз һүҙе city йәки — ҡала үҙәге тигәндән килеп сыҡҡан тигән версиялар ҙа бар. Шулай уҡ элек ҡаланың был өлөшө Яңы йәки Икенсе ҡала тип аталған, һәм ХVI быуат аҙағында ул Урта ҡала йәки Ҡытай-ҡала тип атала башлаған, сөнки татар телендә «Ҡытай» урта тигәнде аңлата.
Шуларҙы беләһегеҙме?
Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Шәйхулов Алмас Ғәлимйән улы. Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары. Сифатлы мәҡәләләр (17) | Исемлектәр һәм порталдар (1, 1) | Үҙгәртеү |
Шүкенов Батырхан Камал улы (ҡаҙ. Батырхан Қамалұлы Шүкенов; 18 май 1962 йыл, Ҡыҙыл Урҙа, Ҡаҙаҡ ССР-ы — 28 апрель 2015 йыл, Мәскәү, Рәсәй) — танылған Ҡаҙағстан һәм Рәсәй эстрада йырсыһы, музыкант, саксофонсы, композитор, шағир. Ҡаҙағстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010). Ҡаҙағстанда ЮНИСЕФ-тың Яҡшы теләк илсеһе (2009—2015). Билдәле «А’Студио» төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм солисы, был төркөм составында киң популярлыҡ яулай (1987—2000). Батырхан Камал улы Шүкенов 1962 йылдың 18 майында Ҡаҙаҡ ССР-ның Ҡыҙыл Урҙа ҡалаһында экономистарҙың дүрт балалы ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Камал Шүкен улы Шүкенов (1935), иҡтисадсы. Атаһы — ҡаҙаҡ, әсәһе үзбәк милләтле. 1979 йылда Ҡыҙыл Урҙалағы Н. А. Островский исемендәге 233-сө мәктәпте тамамлай. Мәктәп йылдарында музыка түңәрәгенә йөрөй башлай, ә урта белем алғас, Н. К. Крупская исемендәге Ленинград дәүләт мәҙәниәт институтының саксофон класына уҡырға инә, унда ике йыл уҡый. Уға саксофон серҙәрен бар донъяға танылған саксофонсы Геннадий Гольштейн менән сакс-тенорист Владимир Рабик төшөндөрә. 1981 йылда Шүкенов Ҡурманғазы Сағырбаев исемендәге Алматы дәүләт консерваторияһының инструменталь башҡарыу факультетының саксофон класына күсә. 1982 йылда, консерваторияла уҡығанда, Алматыла музыканттар Байғали Серкебаев, Булат Сыздыҡов һәм Владимир Миклошич менән таныша, улар Батырханды Ҡазағстандан ситтә лә билдәле булған «Арай» төркөмөнә саксофонсы итеп саҡыра. Ул ваҡытта «Арай» Ҡаҙаҡ ССР-ның танылған йырсыһы Роза Рымбаева менән эшләй. Коллектив составында Шүкенов үҙен альт—тенор-саксофон оҫтаһы итеп таныта, инструменталь джаз әҫәрҙәрен башҡарып, 1983 йылда VII Бөтә Союз эстрада артистары конкурсында лауреат була. |


